Көн осраҡлы һайланмаған - 2014 йылдың 27 июлендә Украинаның ҡораллы формированиелары Горловка урамдарын Град ҡоролмаларынан утҡа тота. 10 айлыҡ ҡыҙы менән бергә йәш Кристина Жук һәләк була. Үлгәндә ул
үле ҡыҙҙы үҙенә ҡыҫҡан килеш “Кира, Кирочка моя...”, тип шым ғына шыбырлай. Уны Горлов Мадоннаһы" тип атағандар - әсәнең ҡыҙы менән фотоһы бөтә донъя буйлап тарала. Ул көндө “Донецк ҡанлы йәкшәмбеһендә" 22 тыныс кеше һәләк була, уларҙың дүртәүһе – балалар. Ғүмерҙәрен агрессорҙар тартып алған бөтә сабыйҙарҙың һәм үҫмерҙәрҙең исемдәре махсус сайтта https://alleyaangelov.ru/ тупланған.
2014 йылдан алып Украина ҡораллы формированиеларының хәрби агрессияһы һөҙөмтәһендә 300-ҙән ашыу бала һәләк булған. Уларҙың ғаиләләренә онотолмаҫлыҡ ҡайғы килгән.
Агрессияның ғәйепһеҙ ҡорбандарын иҫкә алыу өсөн Рәсәйҙең субъекттарында 27 июлдә тематик акциялар, социаль, мәғрифәтселек һәм мәғлүмәт саралары үтәсәк. Унда Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр, балалар йәмәғәт советтары, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, үҫмерҙәр һәм йәштәр үҙәктәре, ирекмәндәр ойошмалары белгестәре, балалар йәмәғәт советтары ағзалары һәм башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләр ҡатнашасаҡ.
Акцияларҙа теләгән һәр кем һәләк булған балалар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар алдына сәскәләр, уйынсыҡтар һала, махсус булдырылған урындарҙа хәтер шәмдәре яндыра ала. Төп саралар Донецк ҡалаһының Еңеү паркында, Украина ҡораллы формированиеларының хәрби агрессияһы һөҙөмтәһендә һәләк булған балалар иҫтәлегенә булдырылған “Фәрештәләр аллеяһы” мемориаль комплексында үтәсәк.