Ғәбитов Азат Әкрәм улы 1970 йылдың 8 февралендә Башкортостан Республикаһының Кумертау ҡалаһы ҡала округының Маячный касабаһында тыуған.
1977 йылдан 1985 йылға тиклем Азат Әкрәм улы Үзбәк ССР-ы Барданкүл ҡасабаһынын 20-се мәктәбендә белем ала, 9 класты бөткәндән һуң 1986-1988 йылдарҙа Ташкент ҡалаһында һөнәрселек училищеһында автомеханик һөнәрен үҙләштерә.
1988 йылдан 1990 йылға тиклем Чехословакия Социалистик республикаһында Совет армияһы сафында хеҙмәт итә.
1995 йылда Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылына күсеп ҡайталар.
2000 йылдарҙа Чечен республикаһында барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Эш хеҙмәтен Яр Саллы ҡалаһында иретеү цехында башлай. Артабан Магнитогорск ҡалаһында металлургия комбинатында эш хеҙмәтен дауам итә.
2022 йылдың Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары территорияһында социаль объекттарҙы тергеҙеүҙә ҡатнаша һәм Бөрйән районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Азат Әкрәм улын Бөрйән районында үҙ эшенең оҫтаһы- яҡшы штукатур маляр тип беләләр.
2024 йылдың октябрь айында хәрби бурысын үтәү өсөн Рәсәй оборонаһы Министрлығы менән контракт төҙөй.
Уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Хушлашыу тантанаһы 31 мартта, 14:00 сәғәттә Иҫке Собханғол ауылының район мәҙәниәт һарайы алдында үтәсәк.