Башҡортостан Республикаһы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был төндә Вперёд ауылындағы ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатындағы фатирҙа аҫмалы түбә янып киткән. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе күршеләре үҙ көстәре менән янғынды һүндергән. Янғындың майҙаны 2,5 квадрат метр тәшкил иткән.
Ҡыҙғанысҡа күрә, фатирҙа йәшәү билдәләре булмаған биш бала — 7 йәшлек ҡыҙ, ике 5 йәшлек игеҙәк ҡыҙ, ике 3 йәшлек игеҙәк малай, шулай уҡ 33 йәшлек ир табылған.
Урынға Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов Һәм Баш идаралыҡтың эшсе төркөмө, шул иҫәптән Һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм янғындың сәбәптәрен асыҡлау өсөн Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишселәре барған. Урында шулай уҡ Тәфтиш комитеты һәм Прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй.