Һуңғы көндәрҙә яуған көслө ямғырҙар сәбәпле, Ағиҙел йылғаһының кимәле ныҡ күтәрелде, сөнки башҡа бәләкәйерәк йылғалар ҙа ташҡайны.
14 июлдән 15 июлгә ҡараған төндә 4 турист туҡтаған урындарынан икенсе яҡ ярға кәмәлә йөҙөп сығырға була. Әммә көслө ағым уларҙың кәмәһен түңкәрә. Һыуға ҡолап төшкән туристар ағым ыңғайына ағып килеп, ярҙағы ағас ботаҡтарына тотоноп ҡалып, кешеләрҙе ярҙамға саҡыра.
Мәндәғол ауылында йәшәүсе ике туған ағалы-ҡустылы Айгиз һәм Нияз Ибраһимовтар ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишетеп, тиҙ арала моторлы кәмәләре менән йылғаға төшә. Бәхеткә күрә, Айгиз тышҡа бысҡыһын ҡарарға сыҡҡан була, тап шул мәлдә ярҙам һорап ҡысҡырған тауыштарҙы ишетә.
-Һуңғы бер нисә сәғәт эсендә һыуҙың кимәле ныҡ күтәрелде. Яр буйындағы “Азимут” турбазаһын һыу баҫты. 10 кешенән торған бер төркөм кешеләр Мәндәғол яғына кәмәләрҙә сығырға хәл итә. 6 кеше имен генә сығып еткән. Ҡалған 4 кеше бәләкәй тимер кәмәлә сығырға була, әммә көслө ағымға эләгә. Берәүһе тынысыраҡ ағымға эләгеп, яр буйына етәрәк арҡыры ятҡан ағасҡа йәбешеп ҡала. Йыйылып киткән халыҡ уны һөйрәп сығара. Ҡалған өсәүһе ташҡынға юлығып ағып барғандарында тирәктәргә эләгеп ҡалған. Тәүҙә икәүһен, аҙаҡ тағы берәүһен ҡотҡарҙыҡ. Өйгә индереп, йылындырып, сәй эсереп, ҡуртымға алған өйҙәренә оҙатып ҡуйҙыҡ. Иң мөһиме, беҙ ҡулыбыҙҙан, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡала алғаныбыҙға сикһеҙ шатбыҙ! Донъяларыбыҙ имен, үҙебеҙ һау булайыҡ”, - тип хәбәр итте Нияз.
Туристар үҙҙәренең ҡотҡарыусыларына килеп: “Бөгөн беҙҙең тағын бер тыуған көнөбөҙ”, тип оло рәхмәттәрен белдереп киткәндәр.
Районыбыҙҙа оло фажиғәгә юл ҡуймай, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған изге күңелле, ярҙамсыл Бөрйән егеттәренә афарин! Батыр йөрәкле райондаштарыбыҙҙы халыҡ белергә тейеш, улар ысын мәғәнәһендә геройҙар.