-1 °С
Болотло
«Ташҡын 2.0» системаһы республика йылғаларында - 54 һәм һыу һаҡлағыстарҙа 3 контроллек итеү нөктәһен үҙ эсенә ала. Был ғәмәлдәге хәлде реаль ваҡыт режимында күҙәтеп барыуҙан тыш, 14 көнгә һыу кимәленең тирбәлеү прогнозын төҙөргә мөмкинлек бирә.
Системаны республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында ҡарарға мөмкин.
Гидромониторинг мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта Дәүләкән районында Өршәк йылғаһында һыу кимәленең күтәрелеүе билдәләнә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-02/zhiteli-bashkirii-mogut-otslezhivat-pavodok-v-rezhime-onlayn-3711584