Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Апрель , 00:20

Өфөлә «ЛизаАлерт» эҙәрмәндәре мутлашыусыларҙың аҡса йыйыуы тураһында иҫкәртте

Өфөлә билдәһеҙҙәр, килеп тыуған хәлдән файҙаланып, юғалған балаларҙы эҙләгән ирекмәндәр өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан иткән. 2 апрелдә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «ЛизаАлерт» төркөмөндә ошо турала иҫкәрттеләр.

«Иғтибар! «ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды эҙләү эштәре өсөн аҡса йыймай! Шундай мәғлүмәткә тап булһағыҙ, эҙләү инфоргтарына хәбәр итегеҙ һәм мутлашыусыларҙың иҫәбенә аҡса күсермәгеҙ, — тиелә рәсми хәбәрҙә. — Штабты тәьмин итеү буйынса мәғлүмәтте аныҡлау өсөн көн дауамында төркөмгә яҙырға мөмкин. Кемдәр ситтә ҡалмай, барыһына ла рәхмәт!»

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала дүртенсе тәүлек 30 мартта юғалған 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-02/v-ufe-poiskoviki-lizaalert-predupredili-o-moshennicheskom-sbore-deneg-3710750

Читайте нас: