Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Февраль , 16:53

Ниәт иткән - мораҙына еткән

9 февралдә Иҫке Монасип мәктәбендә инициатив бюджетлау проекты буйынса йыйылыш үтте.

Ниәт иткән - мораҙына еткән
Ниәт иткән - мораҙына еткән

Алдынғы уҡыусылар тарафынан бөтәһе өс төрлө проект тәҡдим ителде. 8-се класс уҡыусыһы Муллағолова Гөлсинә етәкселегендәге мәктәп командаһы "Оборудование для проведения STEM-уроков" проекты менән сығыш яһаһа, 9-сы класс уҡыусыһы Көнәфин Рәсил "Спортивно-туристическая полоса препятствий", 10-сы класс уҡыусыһы Бикмәтов Исмәғил "Школа беспилотных летательных аппаратов" проекттарын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә, күпселек тауыш менән, Бикмәтов Исмәғилдең проекты еңеп сыҡты һәм мәктәп өсөн иң кәрәкле тип табылды. Артабан, Исмәғил проекттың тормошҡа ашырыу маҡсатын, смета һәм башҡа үҙенсәлектәрен ентекләберәк таныштырҙы. Мәктәп лидерының был инициативаһын уҡытыусылар һәм уҡыусылар хуплап, ҙур ышаныс белдерҙе. Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы һәм тырыш егеттең был ниәте тормошҡа ашһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ниәт иткән - мораҙына еткән
Ниәт иткән - мораҙына еткән
Ниәт иткән - мораҙына еткән
Ниәт иткән - мораҙына еткән
Автор:Динара Ҡотлобаева
Читайте нас: