Хәл-ваҡиғалар
7 Декабря 2023, 09:35

Рәхмәт хаты тапшырылды

Районда ветерандар Советы әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләп килә. Бигерәк тә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороу, райондағы хәрби хәрәкәттәр, айырым ғәскәрҙәр ойошмалары менән эштәр киңәйҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәхмәт хаты тапшырылдыРәхмәт хаты тапшырылды
Рәхмәт хаты тапшырылды

Был эштәрҙең барыһын да хәстәрләп, янып-көйөп йөрөүсе ир-уҙамандарҙың береһе Олег Марс улы Ғәлиевҡа республикалағы хәрби-патриотик хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм махсус хәрби операция ветерандарына ярҙамы өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса  "Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фонды филиалының рәхмәт хаты тапшырылды.  

Олег Марс улына эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ! Изге эштәренең һөҙөмтәһен күреп оҙаҡ йәшәргә насип булһын!

Рәхмәт хаты тапшырылды
Рәхмәт хаты тапшырылды
Автор:Айгузель Уразаева