Яңы етәксене тәғәйенләргә Башҡортостан республикаһының Эске эштәр министры урынбаҫары, генерал-майор Евгений Полтавец килде. Ул райондашыбыҙҙы яңы вазифаға рәсми тәғәйенләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Сарала, шулай уҡ, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Бөрйән районы прокуроры Андрей Елкин, полиция ветераны Рафаэль Ғәҙелшин ҡатнашты. Евгений Полтавец райондағы Эске эштәр бүлегендәге һәр бүлексәнең эш барышы менән танышты, пландың үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды һәм шәхси составты тулыландырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Сара һуңында дежур часте, эш кабинеттарын ҡараны, полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.
Артабан генерал-майор район хакимиәте башлығының ойошма һәм учреждение етәкселәре менән үткән кәңәшмәһендә ҡатнашып, мутлашыусыларҙың әүҙемләшеүе хаҡында һөйләне, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыуҙарын һораны.