-3 °С
Болотло
Бабайы килгәс, үҙенең эшенә маҡтанып та алған: “Күрҙеңме, бабай, был әбейең 14 күбә күбәләне”,-ти икән.
Бабай ҙа һүҙгә генә ышанғандарҙан түгел икән, күбәләрҙе һанап сыҡҡан да: “Нимә юҡты һөйләйһең, әбей, бында бит 13 кенә күбә, 14-енсеһе ҡайҙа?”-ти икән.
Бесәнсе әбей ҙә яуапһыҙ ҡалмаған:” Атаҡ-атаҡ, ни эшләп 13 булһын, берәүһе күбәнең эсендә”, -тигән еллерәк күбәгә төртөп күрһәтеп...
Бесәндә беҙҙә күбәләр, кәбәндәр еллерәк булһа, иҫәбен арттырып әйтеп, береһе икенсеһенең эсендә, тиҙәр.