Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Февраль 2023, 20:50

Һуңғы юбилей (Хикәйә)

-Бәй, онотоп торам, бөгөн бит бәләкәй ҡустымдың юбилейы, шылтыратып ҡотларга кәрәк, тип Ләйлә телефонға үрелде...

Һуңғы юбилей (Хикәйә)
Һуңғы юбилей (Хикәйә)

-Сәләм, Илһам туғаным! Хәлдәрең нисек?
-Рәхмәт, апай, эштәр бер көйө генә бара. Үҙегеҙ ни хәлдәһегеҙ? Туғандарым ауырымайҙармы?
-Беҙҙең дә хәлдәр һәйбәт.Туғандарың мәктәпкә, садикка йөрөйҙәр.
Туғанҡайым юбилейың менән!!!!Ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ!

-Апай, минең тыуған көн һалҡын ҡышҡа тура килгәс, әле үткәрмәйем, йәй көнө бар туғандарҙы атай йортона йыйып шунда байрам итәрбеҙ тип уйлаған инем.
Мин әҙерәк аҡса эшләп, өйгә ремонт эшләргә кәрәк.

-Ярай,үҙен беләһең инде,йәй көнө йыйылышыу еңелерәк булыр.

Ләйләнең ике ҡустыһы бар, Илмир менән Илһам. Илһамды бигерәк ярата шул, бәләкәйҙән үҙе күтәреп йөрөтөп үҫтерҙе.
Илһам бик шуҡ малай булды бәләкәй сағында, мәктәптә лә яҡшы уҡыны. Ағаһы Илмир менән ишәй менән ҡушай кеүек һәр саҡ бергә булдылар.
Малайҙарҙың йәш араһы 2 йәш кенә булғас, ҡай сағында көрмәкләшеп тә китә торғандар ине.
Илһам ғаиләлә төпсөк, кинйә малай, уның 5 апаһы һәм 2 ағаһы булды. Бәләкәй булғас барыһы ла ярата, ҡулдан төшөрмәй генә үҫтерәләр. Атай менән Әсәй ҙә Илһамды иркәләп, наҙлап үҫтерәләр, 5 йәшенә тиклем күкрәктән айырылмай.

Бала сағы ғына тиҙ бөтә шул, 14 йәше тулғанда Әсәләре ташлап китә, атай Илмир менән Илһамды яңғыҙ тәрбиәләй, көнө-төнө эшләй колхозда. Малайҙар молодецтар, атайҙарының ярҙамсылары, терәктәре булып торалар, мал-тыуарҙы ҡарашалар, өйҙө йыйыштырып, аш-һыу ҙа әҙерләгәндәр ....

Тик бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, тигәндәре лә дөрөҫтөр инде. Әсәйһеҙ йәшәп өйрәнеп кенә китеү менән, Илмир ағаһын армия хеҙмәтенә оҙатып, бер ай ҙа үтмәй, оло ҡайғы килә ғаиләгә. 57 генә йәшендә Илһамдың атаһының йөрәгенә инфаркт булып, яҡты донъя менән хушлаша.

16 ғына йәшендә ҙур донъяға хужа булып ҡала, эйе, янында ҡартатаһы була, рәхмәт уға.

Ә апайҙары ҡайҙа булған һуң, тип һорарһығыҙ, ә уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе... Эйе апайҙары Илһамды үҙҙәренә саҡырҙылар, тик ул тыуған атай йортон ташламайым, малды бөтөрмәйем тип ауылда ҡалды. Атайҙан ат, һыйыр, һарыҡтар, тауыҡтар ҡалған ине. Илһам ҡаушап ҡалманы, мал-тыуарҙы ла ҡараны, арлы-бирле эшкә лә сыҡҡыланы, тик бына 9-сы кластан һуң башҡа укыманы. Бик тиҙ ҙурайырға тура килде уға.

Оло ағаһы армиянан ҡайтҡас, өйҙә күп торманы, эшкә сығып китте. Һуңынан шунда кәләш алып ситтә йәшәргә ҡалды.
Илһамдың йәше етһә лә армия сафына алырға ашыкманылар, аяғының һынғанлығы, арҡа һөйәге күскәнлектән хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип ҡайтаралар ине. Илһам барыбер барам армияға тип, военкомат тупһаһын күп тапаны. Ниһәйәт 24 йәше тулырға өс ай ҡалды тигәндә алдылар армияға.

Бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтты. Бына ҡайтыуына 3 ай ҙа утмәне -25 йәшлек юбилейы.
Эй. ғүмер тигәндәре, аҡҡан һыу кеүек, кире ҡайтмай.

Илһам хыяланғанса, бар туғандар йыйылыштыҡ, апайҙар, ағайҙар, башҡа туғандар, тик.... Илһам ғына яныбыҙҙа була алманы...

(Дауамын https://vk.com/public218166386 ошонда инеп уҡырға мөмкин)

Фото: интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан

 

 

Автор:Лена Шәйәхмәтова
Теги:хикәйә
Читайте нас: