Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Октябрь 2022, 16:43

Башҡортостанда Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре үҫмергә һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсене тотоуҙа ярҙам күрһәтте

5 октябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы 7-се полиция бүлегенең дежур бүлегенә ҡала мәктәптәренең береһендә уҡыусы ҡыҙға һөжүм итеүҙәре тураһында хәбәр килә.

Башҡортостанда Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре үҫмергә һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсене тотоуҙа ярҙам күрһәтте
Башҡортостанда Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре үҫмергә һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсене тотоуҙа ярҙам күрһәтте
Енәйәт Левченко урамындағы йорт ихаталарында бала дәрестән һуң өйөнә ҡайтып килгәндә ҡылынған.
 
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 132-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
 
Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәттә ғәйепләнеүсене асыҡлай алдылар - ул 1988 йылғы, бығаса хөкөм ителмәгән өфөлө булып сыҡты.
 
10 октябрҙә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, уларҙың коллегалары Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының енәйәтте тикшереү идаралығы һәм 5-се, 7-се полиция бүлектәре хеҙмәткәрҙәре ирҙе Рәсәй гвардияһы менән берлектә үҙенең йәшәгән урыны янында, Өфөнөң Кольцевая урамында тотто. Ир үҙ ғәйебен таныны. Енәйәтсе артабан тикшереү өсөн тәфтиш органдарына тапшырылған.
 
Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте
 
Автор:
Читайте нас: