-“Таң” гәзитен уҡыуҙы тамамлап, эшкә төшкәндән алып яҙҙырам. Бер мәл уҡытыусы ғаиләләр Зиннәт һәм Хәнә Динисламовтар, Зиннур һәм Миңзәлә Фәйзуллиндар һ.б. менән ярышып гәзит-журналдарға яҙыла торғайныҡ. Кем иң күп баҫмаға яҙыла – шул еңеүсе. Шуға ла, уҡытыусы булғанға ла, гәзиттән өҙөлгән юҡ. Әле лә «Таң» килһә, иң беренсе ҡотлауҙар битен ҡарайым – кемдең юбилейы, туйы, тигәндәй. Таныш кешене ҡотлағандарын күрһәм, йәһәт кенә шылтыратып, ҡотлап ебәрәм.
Унан кемдәр мәрхүм булыуын, нисә бала тыуыуын ҡарайым. Тыуым үлемдән күберәк булһа – ҡыуанам. Полициянан мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Руль артына эскән килеш ултырыусыларҙы әрләйем, юлда башҡа кешеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн борсолам, - ти ул.
Рәшит ағай район активистарының береһе, ауылда староста булып йөрөй. Үҙе сығышы менән Монасиптыҡы. Мәктәпте тамамлағас, Күмертау ҡалаһында физкультура уҡытыусыһына уҡый. 1975 йылда әрме сафтарынан ҡайтҡандан һуң, Байғаҙы ауылына физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән уҡытырға ебәрәләр. Ошо уҡ ауылға Баймаҡ районынан уҡытырға килеүсе Зәлифә исемле һылыуға өйләнеп, 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Зәлифә Фитрат ҡыҙы ла хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға белем бирә, директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡара.
Кемдәндер көтөп ултырмай, үҙҙәре тормошто йәмләп йәшәй торған ғаилә улар. Рәшит ағай ауылда, районда хәрби юҫыҡтағы күп сараларҙы үткәреүҙә ҡатнаша. Мәктәптә “Зарница” уйындарын ҡыҙыҡлы итеп ойоштора. Уның уҡыусылары күҙ бәйләп тә автоматты һүтеп-ҡора белеүҙәре менән һоҡландыра.
-Үҙ ғүмеремдә 2 тапҡыр телевизион тапшырыуға төшөргә насип булды. Тәүгеһе - 80-се йылдарҙа. Ул ваҡытта пионер лагеры янып, юҡҡа сыҡҡайны. Беҙ, 16 кеше, шуны төҙөп ятабыҙ. Биш өйҙө төҙөгәйнек, етәкселек миңә 100-гә яҡын баланы йәйге лагерға ҡабул итергә ҡушты. Шул йылда балалар радиоһынан килеп төшөрҙөләр. Ул ваҡытта телевизор ауылда һанаулы ғына бит инде. Тапшырыу эфирға сыға, тигәстәр, лагерҙан Янһарыға йүгерҙек, тик өлгөрмәнек.
Икенсеһе – хәрби сборҙа политрук булып эшләгән осор ине. Уныһын ҡарарға насип булды, - ти ул.
Рәшит ағай уйлап табыусы ла – йорт-ҡура тирәһендә кәрәкле әйберҙәрҙе үҙенә ҡулайлаштырып, бихисап ҡорамалдар эшләп алған. Ағас эшенә лә оҫта.
-Үҙем эшләп алған моторлы ҡоролма менән картуф күмәм, бесән сабам, йыям. Ҡасандыр эште еңеләйтер өсөн ат та тотоп ҡараным. Сөнки бесән, утын ташыр өсөн колхоздың тракторына сират ҙур булды. Шунан үҙем эш ҡоралдары уйлап таба башланым. Үҙемә иң оҡшағаны – тауыҡ таҙалай торғаны, үҙе йөнөн йолҡоп, йыуып бирә, - тип көлә.
70 йәште үтһә лә, йәшлек дәртен һис тә юғалтмаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы редакцияға хәрби етәкселәр йыйынына китеп барышлай ғына һуғылды. Хеҙмәттәштәре, ауылдаштары араһында оло ихтирам яулаған Рәшит ағайҙың район тормошона битараф булмауы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булып ҡалыуы һоҡландырҙы.