Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
8 Декабрь 2023, 15:00

Редакция гөрләп тора

Бөгөн эш көнө башланыу менән редакцияға шау-гөр килеп "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Әлфиә Әлфир ҡыҙы Бәшәрова: "Үҙем күптән гәзиткә яҙылып ҡуйҙым, изге акцияға ҡушылып бер райондашыма подписка бүләк итергә килдем," - тип, килеп инде.

Редакция гөрләп тора
Редакция гөрләп тора

Район баҫмаһына 1 йылға Иҫке Собханғол ауылынан Иманғолова Фәрғиҙә апайҙы яҙҙырып, гәзиткә яҙылырға килеп ингән мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаеваға эстафетаны тапшырып, йүгереп сығып та китте. 

Клара Мөнир ҡыҙы ҙур ихласлыҡ менән эстафетаны ҡабул итеп мәҙәниәт бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлнур Үтәғолованы матбуғатҡа яҙҙырып, үҙе лә яҙылып, матур теләктәрен теләп сыҡты. Изге эстафетаны район Советы секретаре Хәнифә Кәбир ҡыҙы Вәлиеваға тапшырҙы ул.

Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева башлап ебәргән #таң_менән_изгелек_ҡыл акцияһы райондаштар араһында киң танылыу алып, ойошма-предприятиелар, редакция хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары араһында төрлө йүнәлештә таралып китте. Бер яҡтан гәзит алдырырға мөмкинлектәре булмағандарға ла баҫманың барып етеүе ҡыуандырһа, икенсе яҡтан район матбуғатының яҙмышына битараф булмаусыларҙың күплеге шатландыра.

Беҙҙең менән бергә ҡалыуығыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм тормошоғоҙҙа именлек, һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Редакция гөрләп тора
Редакция гөрләп тора
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: