Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
7 Декабрь 2023, 15:54

“Таң” гәзитенә подписка бүләк итеү ғәҙәткә ингән"

Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова изге акцияны ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларында ла йәйелдереп ебәрҙе.

“Таң” гәзитенә подписка бүләк итеү ғәҙәткә ингән"
“Таң” гәзитенә подписка бүләк итеү ғәҙәткә ингән"

- “Таң” гәзитен үҙебеҙҙән тыш тағын бер ғаиләгә яҙҙырыу беҙҙең ғәҙәткә ингән, күптән матур йолаға әйләндергәнбеҙ. Тыуған көндәргә, юбилейҙарға барғанда бүләк итеп алып барабыҙ, - ти, ойошма рәйесе.

Был юлы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ағзалары район баҫмаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бүләк итеп яҙҙыра. Акцияны Рәмилә Фәхретдин ҡыҙынан ҡабул итеп алып ЗАГС бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Рәхмәт ҡыҙы Дауытова бер райондашыбыҙҙы гәзиткә яҙҙырҙы һәм эстафетаны Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәховаға тапшырҙы. Шулай уҡ, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Лилиә Фәрит ҡыҙы Уразаева бер яугир райондашыбыҙҙың ғаиләһенә район гәзитенә подписка бүләк итте.

Килдеғол ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Сажиҙә Билалова бер ауылдашын район матбуғатына һәм өс райондашын республика баҫмаһына яҙҙырған.

Бар эштә лә әүҙемлек күрһәтеп, изге эштәрҙе эләктереп алып ҡына торған районыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары барыһына ла өлгө булырлыҡ. Афарин!

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: