Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
12 Сентябрь 2022, 15:02

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара

Яҙылыу каталогында - ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар махсуслаштырылған, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендәге гәзит-журналдар. Рәсәй почтаһы сайтында, мобиль ҡушымтала, шулай уҡ теләгән почта бүлексәһендә һәм өйгә почтальонды саҡырып  яҙылырға була. 

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара
2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара

«Таң» гәзитенә почта бүлексәләрендә алты айға яҙылыу хаҡы– 1032,48  һум,  бер йылға 1853,85 һум.

Редакциянан килеп алыу юлы менән яҙылыу: алты айға – 630 һум, 1 йылға -1260 һум.

Район үҙәгендәге ойошма- учреждениеларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу: алты айға – 660 һум, 1 йылға 1320 һум.

http://rbsmi.ru сайты аша гәзиттең электрон  вариантына ла яҙылырға була. Өс айға - 354.18 һум, алты айға - 708.36 һум.

2023 йылға гәзиткә  яҙылыусылар араһында ғәҙәттәгесә призға уйындар иғлан итәбеҙ. “Таң”ға яҙыл да, бүләк от!”, “Аҙна һайын бүләк” акциялары үтәсәк. Уйында ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына йә тотош йылға “Таң”ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға тапшырырға кәрәк.

Белешмә өсөн телефондар: 8(34755)3-52-85, 89053544495.

Районыбыҙҙың берҙән-бер гәзитенә яҙылмай ҡалмағыҙ, райондаштар.

Киләсәктә лә беҙҙең менән бергә булырғыҙ, тип ышанабыҙ!

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: