Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Апрель 2022, 15:37

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

2022 йылдың 4 апреленән 14-нә тиклем үҙегеҙ өсөн дә, ата-әсәләрегеҙ, яҡындарығыҙ, пенсионерҙар йәки социаль учреждениелар өсөн дә ярайһы уҡ ташлама менән республика, район һәм ҡала баҫмаларына яҙыла алаһығыҙ.

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Яратҡан баҫмаларығыҙға почта бүлексәләрендә, шулай уҡ онлайн да яҙылырға була. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто гәзит-журналдарға, өйҙән сыҡмай ғына, бер нисә минут эсендә яҙылырға тәҡдим итә.

Онлайн-яҙылыу сервисы менән rbsmi.ru сайтында ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/   “Подписка” бүлегендә үҙең теләгән гәзит-журналдың  баҫма йәки электрон версияһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк.

Бынан тыш беҙҙең яҙылыусылар конкурста приздар отоу мөмкинлегенә эйә.

 «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто «Яҙыл һәм еңеү яула»  республика конкурсын үткәрә. Унда ҡатнашыу өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/   бүлегендә 2 баҫмаға - бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылырға кәрәк. Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Уны 2022 йылдың июль аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында ҡарарға мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың 15 июленә тиклем квитанция, телефон һандарын һәм йәшәгән урыныңдың адресын «Яҙыл һәм от» тигән билдә менән [email protected] электрон почтаһына, йәки  түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 212-се бүлмә.

Ялған яңылыҡтарҙы өйрәнеү түгел, ә ваҡиғалар  хаҡында һәр ваҡыт хәбәрҙар булыу, Башҡортостандағы тормоштоң объектив картинаһын күреү өсөн республика матбуғатын уҡығыҙ!  

Бүләк отоу  уйындарында ҡатнашыу өсөн матбуғатҡа кәмендә 6 айға йәки тотош йылға яҙылыу шарт.

Дөйөм яҙылыу 2022 йылдың 20 июненә тиклем дауам итәсәк.

                          Район гәзитенә яҙылыу

Декада ваҡытында районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә почта бүлексәләрендә яҙылыу хаҡтары: 1 айға – 139,19 һум, 3 айға– 417,57 һум, 6 айға – 835,14 һум.

Редакциянан килеп алыу юлы менән яҙылыу: 6 айға - 570  һум. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу – 600 һум.

Ғәҙәттәгесә “Таң” гәзитенә яҙылыусылар араһында конкурстар уҙғарасаҡбыҙ. Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн гәзиткә кәмендә 6 айға йәки тотош 2022 йылға яҙылған булыу шарт.

 

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: