Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Февраль 2022, 09:31

Республикала матбуғатҡа ваҡытынан алда яҙылыу башланды

Башҡортостанда гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланды, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республикала матбуғатҡа ваҡытынан алда яҙылыу башланды
Республикала матбуғатҡа ваҡытынан алда яҙылыу башланды
31 мартҡа тиклем былтырғы хаҡтар менән киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин.
Акцияла 1,2 меңдән ашыу баҫма ҡатнаша. Уларҙың 140-тан күберәге – Башҡортостанда нәшер ителгән республика, район, ҡала гәзит-журналдары, 360 федераль әһәмиәттәге баҫма, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә донъя күргән баҫма киң мәғлүмәт саралары.
Матбуғатҡа podpiska.pochta.ru сайтында, Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында, шулай уҡ ҡағыҙ каталог буйынса барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм өйҙә почтальон аша яҙылырға була.
"Таң" гәзитенә 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡы 944,70 һум, Һуғыш ветерандарына, I һәм II тѳркѳм инвалидтарына 884,58 һум. Беренсе ярты йыллыҡта бөтәһе 25 номер сыҡһа, икенсе ярты йыллыҡта - 27 буласаҡ. Шуға күрә яҙылыу хаҡы ла 22 һумға айырыла.
Район гәзите редакцияһы икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын бүләк» акцияһын дауам итәсәк. Бүләкле лә, гәзитле лә булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар! Почта бүлексәләренә йәки гәзит редакцияһына ашығығыҙ!
Автор:
Читайте нас: