Бындай үҙгәрештәр беҙҙең өсөн яңылыҡ түгел, сөнки бер-нисә йыл элек аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡан гәзит ике тапҡыр сығыуға күскәйне инде. Әммә был “Таң”ға ғына ҡағылмай. “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы бойороғона ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан республиканың бөтә район баҫмалары аҙналыҡ форматҡа күсә.
Күреп торабыҙ, бөтә нәмәгә хаҡтар туҡтауһыҙ артыу өҫтөндә. Ә йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай – был матбуғатҡа ла ҡағыла. Бөтә был үҙгәртеүҙәр гәзиткә яҙылыусылар өсөн район гәзиттәренең хаҡы үтә артып китмәһен өсөн эшләнә.
Мәғлүмәт өсөн. 2018 йылдан «Выбор» ҡала гәзите һәм «Красный Ключ. Нуриман» район баҫмаһы, 2020 йылда «Краснокамские зори» гәзите аҙналыҡ форматҡа күсерелде. Был баҫмалар ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтте, шул иҫәптән тираждар буйынса ла. Пилот йомғаҡтарынан сығып, был тәжрибәне бөтә тармаҡҡа таратырға ҡарар ителде.
Кемдер, аҙнаһына ике номер алыр өсөн район гәзитенә яҙылып ҡуйҙым бит инде, ә хәҙер берәүҙе генә аламмы, тип әйтергә мөмкин. Эйе, берәү, әммә баҫманың күләме һаҡланасаҡ. Яңылыҡтар тураһында ла онотмаясаҡбыҙ. Әгәр үткән йылда гәзитебеҙҙең шишәмбе һаны дүрт биттән, йома һаны һигеҙ биттән торһа, артабан номерҙың йөкмәткеһен ун ике биттә уҡыясаҡһығыҙ.
Төрлө һүҙҙәр ишетергә тура килә: район гәзите беҙгә ниңә кәрәк, беҙ интернет селтәрендә лә бөтә мәғлүмәтте уҡый алабыҙ, тиеүселәр ҙә бар.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, интернетта тулы булмаған һәм дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр ҙә осрай. «Таң» гәзите районыбыҙҙың тормошо, уның үҫеш перспективалары тураһында төп мәғлүмәт сығанағы булып ҡала килә.
Бәлки, гәзиттең йөкмәткеһе барыһын да ҡәнәғәтләндермәйҙер, әммә беҙ район тураһында объектив, тулы мәғлүмәт бирергә тырышабыҙ.
Кемдәрҙер баҫманың ҡиммәт булыуына зарлана. Бының менән ризабыҙ. Әммә 2022 йылға гәзиткә яҙылған ваҡытта уның хаҡы һиҙелерлек төшөүен күптәр аңғарғандыр. Әгәр 2021 йылда район гәзитенә ярты йылға яҙылыу яҡынса мең һум торһа, хәҙер ул 922,26 һум. Айырма бар, әлбиттә.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Гәзиттең баҫылыу форматы үҙгәрһә лә, уның эстәлеге үҙ асылында ҡаласаҡ: ябай хеҙмәт кешеләре, уңыш яулағандар, тырышлыҡтары, аҡыл даирәһе менән юғары баҫҡыстарға үрләгәндәр, матур ғаиләләр, төрлө яҙмыштар тураһында мәҡәләләр донъя күрәсәк. Бынан тыш, райондаштарыбыҙҙың хикәйәләре, шиғырҙары ла һеҙҙең күңел зауығығыҙға тура килер, тип ышанабыҙ.
Эйе, тормош бер урында ғына тормай, дауам итә һәм даими үҙгәрештәр кисереү өҫтөндә. “Таң”дың да сираттағы үҙгәрешен тыныс ҡабул итерһегеҙ, уны уҡымлыраҡ, эстәлеклерәк итеү өсөн бергәләп тырышырбыҙ тип ышанабыҙ.
Барығыҙға ла именлек, көнитмешегеҙгә тыныслыҡ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!