Фекер
11 Января 2023, 10:55

2023 йыл ниндәй булыр?

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡара Һыу Ҡуяны йылы.   

2023 йыл ниндәй булыр?2023 йыл ниндәй булыр?
2023 йыл ниндәй булыр?

Астрологтар фекеренсә, йомшаҡ, наҙлы ҡуян бер ниндәй ҙә насарлыҡтар ҙа алып килмәҫ. Йыл тотороҡло булыр, тиелә.

Тормошоғоҙҙо баштан-аяҡ үҙгәртерлек ваҡиғалар көтмәгеҙ был йылдан. Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа, сама хисен онотмауығыҙ хәйерле. 2023 йыл яңы белемдәр, сәйәхәттәр өсөн яҡшы буласаҡ. Йорт, фатир мәсьәләләрен дә хәл итеү өсөн – Ҡуян йылы уңайлы ваҡыт.
Киләһе йыл ғаилә бәхете, игелек һым тыныс, матур мөнәсәбәттәр алып килер, тип ышандыралар. Һәр кешенең иғтибары ғаиләһенә, һөйгән йәренә йүнәлгән булһа, бик яҡшы. Парһыҙҙар парын табыр, ә инде өйләнешкән йәш ғаиләләр ишәйер, ти йондоҙ белгестәре.

Автор:
Читайте нас