

Николай Владимирович ҡортсолоҡ менән 40 йылдан ашыу шөғөлләнә. Уның 100-ҙән ашыу умартаһы бар. Үҙе Рәсәй Умартасылар союзы ағзаһы. Яскиндар ғаиләһе МХО башланғандан алып яугирҙар өсөн бал, окоп шәме эшләү өсөн балауыҙ тапшыра. Быйыл да бал бороу менән Межгорьела МХО-ға тапшырыу өсөн 40 килограмдан ашыу бал ҡалдырған, бөрйәндәр менән дә элемтәгә сыҡҡан.
-Умартасылыҡ төп эшем түгел, яратҡан шөғөл генә. Был эштә ҡатыным, улдарым ярҙам итә. Кесе улым бына 4 йыл инде МХО-ла, мобилизация менән алынғайны. Ике тапҡыр уның янына барып та ҡайттым, хәҙер йөрөргә рөхсәт итмәй.
Бал – ул Хоҙай Тәғәләнең бүләге, уның менән бүлешергә кәрәк. Әлбиттә, беҙҙә һеҙҙәге кеүек йүкә балы юҡ, шулай ҙа ялан яғының да балы бик тәмле, файҙалы. Минең күстәнәс яугирҙарға барып етһен, уларға көс һәм шифа бирһен, - ти ул.