МХО-нан рәхмәт хаты

Иҫке Собханғолдан Ильяс һәм Гөлшана Рәхмәтуллиндарға МХО зонаһынан рәхмәт хаты килеп етте. Уны МХО-ға әүҙем ярҙамдары өсөн райондаштарыбыҙға 621-се айырым артиллерия дивизияһы командиры подполковник О.Клещевников ебәргән.

МХО-нан рәхмәт хатыМХО-нан рәхмәт хаты
МХО-нан рәхмәт хаты

Рәхмәтуллиндар ғаиләһе МХО-ға даими ярҙам күрһәтеүселәрҙең береһе. Ялға ҡайтҡан һалдаттарҙы йөрөтөүсе, юл ыңғайы гуманитар ярҙамдарҙы урын-еренә алып барып еткереүсе Иршат Сәитбаталов аша ебәргән посылкалары һанһыҙ. Был юлы ла улар ебәргән посылка “Заман” позывнойлы яугирға тапшырылды. Һалдаттар ихлас күңелдән ярҙамсыл ғаиләгә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткергән.

Быға тиклем хәрби частең рәхмәт хаты менән Марсель һәм Зифа Аҫылбаевтар бүләкләнгәйне. Улар һалдаттарҙы ҡиммәтле бензогенератор ебәреп ҡыуандырған.

МХО-ға ярҙам итеү барыбыҙҙың да изге бурысы. Бөгөнгө көндә сираттағы гуманитар ылауҙы туплау дауам итә. Үҙ өлөшөн индерергә теләүселәргә белешмәләр өсөн телефон – 89378560240.

Аҡсалата ярҙам күсереү: 8-937-310-03-09 (Нурия Вәзир ҡыҙы, Сбербанк),

8-927-635-44-19 (Гөлнара Вәлит ҡыҙы, Сбербанк).     

МХО-нан рәхмәт хаты
МХО-нан рәхмәт хаты
МХО-нан рәхмәт хаты
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас