-Бер мунсаны алдан ебәрҙек. Уны кейекбайҙар эшләп биргәйне. Алып барыуға техника менән шәхси эшҡыуар Илнар Әҙелбаев ярҙам итте. Росгвардияның 29-сы отрядында хеҙмәт иткән егеттәр уны ҡаршы алып, Белгород өлкәһенә алып барасаҡтар. Был отрядта Бөрйәндән ундан артыҡ ир-егеттәребеҙ хеҙмәт итә.
Тағы бер мунсаны Нәби ауылы егеттәре эшләне. Уға заказ биргән егеттең атаһы фураның водителе, улына үҙе алып барып тапшырасаҡ.
Уазиктарға килгәндә, береһе "Башҡортостан" полкына, икенсеһе Курск өлкәһенә ебәрелде.
Гуманитар ылау беҙҙең райондан яңыраҡ ҡына киткәс, әлегә тәғәйен техника юҡ, был ылау юл айҡан ғына ебәрелде. Шуға шәхси посылкалар ебәреүгә иғлан һалманыҡ.
Уңайҙан файҙаланып, техникаларҙы ремонтлауҙа ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәте водителдәренә, ауыл биләмәһе һәм "Алаҡуян" МУП-ы коллективына, мәҙәниәт бүлеге водителе Рәмил Минһажевҡа рәхмәт белдерәм, - тине.