

"Һәр яңы ҡатнашыусыны ҡабул итеү - ул беҙҙең ҙур һәм татыу ғаиләгә ҡабул итеү. Бөгөн беҙҙә 2000-гә яҡын кеше һәм һөҙөмтәләр ҙә бар: йәштәр менән 3000-дән ашыу осрашыу, күсмә музейҙар бөтә Республиканы урап үтте, ветерандарҙың 78 проценттан ашыуы эшкә урынлаштырылды, гранттарҙа еңеү һәм ғәмәлгә ашырыу. Беҙ ветерандарға кәрәклек тойғоһон ҡайтарабыҙ. Ғаиләләргә ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең көсөбөҙ шунда. Айырым рәүештә аныҡ ориентирҙары, эшебеҙгә даими иғтибары өсөн Республика Башлығына рәхмәт белдерәм. Бурыстар асыҡ, ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ!»