Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Декабрь 2025, 04:46

Бөгөнгө көн геройҙары

Районда халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнде. Башҡортостанда ирекмән үҙәктәре артҡандан-арта бара. Беҙҙең районда ла төрлө йәштәге кешеләрҙе, төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән «Шайморатов» исемендәге ирекмәндәр хәрәкәте эшләп килә.

Бөгөнгө көн геройҙарыБөгөнгө көн геройҙары
Бөгөнгө көн геройҙары

Пандемия ваҡытында, урман янғындарын һүндергәндә ирекмәндәр тәүгеләр рәтендә ярҙамға ашыҡты.

Һуңғы йылдарҙа, илдә махсус хәрби операция башланғас, ирекмәндәр һаны айырыуса артты. Яугирҙарға ярҙам итеүҙә, гуманитар ылау йыйыуҙа ирекмәндәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Улар махсус хәрби операция яугирҙарына ғына түгел, уларҙың ғаиләләренә лә ихлас ярҙам ойоштора. Ысын илһөйәрлекте сағылдырған изге эштәр сылбыры һәр ауылда тиерлек дауам итә. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре етештерә, машиналар ремонтлай, күсереп йөрөтмәле мунсалар эшләй, төрлө ризыҡтар әҙерләй.

Йөрәк ҡушыуы буйынса эшләгән, хеҙмәттәре өсөн бер ниндәй баһа көтмәгән ирекмән райондаштарҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айҙар Ҡолһарин, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев тәбрикләне.

Белешмә өсөн: МХО башланғандан алып яугирҙарға бөтәһе 34 автомобиль, 25 мунса (тағы 5 мунса әҙер, 3-әүһе төҙөлә), 10 мотоцикл, 1117 маскировка селтәре, 20 тепловизор, 16 бензогенератор, 32 бензобысҡы, 1 пилорама, һәр машина төрөнә 50-нән ашыу тәгәрмәс, 4 антидрон, 10 детектор, 1400 берәмек окоп шәме һәм бихисап башҡа әйберҙәр ебәрелгән.

-Нигеҙҙә, яугирҙарға төҙөлөш материалдары, автомобилдәр, мунсалар, маскировка селтәрҙәре кәрәк. Һуңғы арала МХО зонаһына йөрөүсе фуралар һаны кәмене. Тәүҙәрәк 30 йөк машинаһы йөрөһә, хәҙер айына 10-дан да артмай. Тауар, ремонт, аҡса, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт.


Беҙҙең хеҙмәтте Өфөлә яҡшы яҡтан билдәләнеләр. Беҙ йәмғеһе 41 тапҡыр МХО зонаһына барғанбыҙ. Башҡа райондарҙан күберәк “Ларгус”, “Газель” менән сыҡһалар, беҙҙең райондан 6 тапҡыр 2 фура, 8 тапҡыр 1-шәр фура юлланды. Был барыбыҙҙың дөйөм эше. Артабан да бергә һәм берҙәм булайыҡ, - тине Олег Марс улы.

Сарала МХО-ла ҡат-нашыусыларға ярҙам иткәндәре өсөн әүҙем ирекмәндәргә рәхмәт хаттары, “Гуманитар ярҙамда ҡатнашыусыға” миҙалдары тапшырылды. Сараны район мәҙәниәт һарайы артистарының матур сығыштары биҙәне.

Ә. ЮЛСУРИНА.

Автор:
Читайте нас