

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан 3 йыл элек райондашыбыҙ Фәимә Мостафина МХО-ла яраланған улы Санкт-Петербург ҡалаһындағы хәрби госпиталгә эләккәс, үҙҙәре барып еткәнсе улдары янына барып, хәл-әхүәлен белешеп торорлоҡ кеше эҙләгәндә, тап Гөлназ Ибраһимова уның менән бәйләнешкә сығып, үҙенең ярҙамын тәҡдим итә - әсәһе барып еткәнсе өй аштары бешереп алып барып, һалдат хаҡында хәстәрлек күрә. Шунан алып уларҙың бәйләнеше өҙөлмәй, яҡын дуҫтарға әйләнә улар.
Гөлназ Хәләф ҡыҙы районға килгән ваҡытында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, Бөрйән районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айгиз Юлай улы Шәрипов менән осрашты, мөһим мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Бер уңайҙан район халҡының гуманитар ылау йыйыуҙағы әүҙемлеге, МХО яугирҙарына ярҙамы өсөн сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе.