Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
24 Февраль , 22:58

Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте

....Ниһайәт 7 сәғәттәй юлда булып, «Байназар - айыҡ ауыл» проектының инициатив төркөмө етәксеһе Сәлиә Вәлимөхәмәт ҡыҙы Ишбулатова етәкселегендә Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡалаһына ла килеп еттек.

Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте

Ҡайнар сәй, яҡты йөҙ менән ҡаршы алған ҡыштымдарҙың тәүге һорауҙарының береһе «Нишләп Флүр килмәне лә, Лилиә ни хәлдә?» булды. (Ҡыштымдар яҙ Бөрйәнгә килгәндә Флүр Хәлил улы Дәүләтшин менән Лилиә Әхәт ҡыҙы Маликова уларҙы ныҡ һәйбәт ҡарағандар ҙа, былары бөгөн булһа иғтибар-ихтирамдары, башҡортса ҡунаҡсыллыҡтары өсөн бик рәхмәтлеләр икән). Анан, с корабля на бал тигәндәй, 1920 й. уҡ Рәсәй үҙәгендә - 3, Уралда 3 заводы булған Н. Демидовтың иҫтәлегенә 21-се быуат башында төҙөлгән СӨГӨН ФОНТАН янында башланды Ҡыштым ҡалаһы мн яҡындан танышыу. ҺУҠМАҠТАУҙың (Сугомак тейҙәр икән урыҫса, нимә аңлата ул һүҙ тип һорағас, ТРОПИНКА ТИНЕЛӘР, тимәк, һуҡмаҡ булғас, ҺУҠМАҠТАУ була инде) ике яғында ла башҡорттар йәшәгән. Бер яғында ҠЫШ - ажғыр, буранлы, дауыллы, уҫал, икенсе яғында тыныс, йыуаш икән. ҠЫШТЫМ атамаһы шунан килеп сыҡҡан. ТЫМЫҠ-с. Елһеҙ, тыныс, тын. ТЫМЫУ-ҡ. Булыу көсө кәмеү, баҫылыу, тыныу, туҡтау. Мәҫ., буран тымған, илауҙан тымған. (Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, 2-се том). 1755 йылда Берг-коллегия Н. Н. Демидовтың Ҡыштым йылғаһында завод төҙөүгә рөхсәт һораған ғаризаһын ҡарай. 1755й. 21сентябрь рөхсәт алып, 2 заводы 1957 й. эш башлай. (Үрге һәм Түбәнге Ҡыштым заводтары). Бына беҙ АО «Радиозавод» эргәһендәбеҙ. Алда ике яҡлап оҙооон стендта завод тарихы, кем нисек, нимә эшләй, ниндәй уңыш, һөҙөмтәләре - бар-барыһын уҡып белергә була. Ҡаршыһында ғына ҙуур, ябыҡ «Боҙ һарайы»нда кем ҡасан теләй шөғөлләнә ала. Үҙҙәренең хоккей командаһы ла бар. 1941-1945 й. күрһәткән фиҙаҡәрлеге өсөн эшсе ҡатын-ҡыҙ - ӘСӘГӘ ҺӘЙКӘЛ дә ҡойолған. Бында миңә шуныһы оҡшаны: һәр скульптура аҫтында ҡасан, ни өсөн, кем эшләгәне күрһәтелгән. ... Беҙҙе 5000 кешене эш менән тәьмин иткән ошо заводтың «ҡунаҡ өйө»нә ҡунырға урынлаштырҙылар. Розалия Исмәғилева етәкселегендәге «Йәшлек» халыҡ ансамбленең музыкаль тулҡынында бәүелеп (аккомпаниатор Сергей Елисеевтары шәп), үҙебеҙ ҙә бәүелтеп, туй ҡунағы һымаҡ һыйланып алғас, карауаттарыбыҙға төнәүгә ауҙыҡ. Иртәгеһенә Ҡыштым башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ рәйесе Истамғолова Гөлсирә Фәтих ҡыҙы, Ғәббәсов Рауил атлы ир-уҙамандың иницитиваһы һәм 50 000 000 һум ярҙамы һәм дингә битараф булмаған һәр кемдең ярҙамы менән төҙөлөп, 12 йыл Ҡыштымға ғына түгел, бар тирә-яҡтың диндарҙарына хеҙмәт иткән «ДИНИСЛАМ» мәсетенә алып килде. Ул мәсеттең ҙурлығы, киңлеге, бейеклеге, зауыҡлы биҙәлеше, шәмдәлендә генә 100 тапҡыр яҙылған бисмилләһи рахмани рәхимен, ҡыҫҡаһы, бар уңайлыҡтары булыуын һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел. Урал регионындағы икенсе МӨҺАББӘТ МӘСЕТ!!! МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫНДАБЫҘ. Ҡыштымдың билдәле«Жар-птица», балалар сәнғәт мәктәбенең йыр-бейеү ансамблдәре менән осрашып, фекер алышыуҙан алған тәьҫораттар күңелгә май булып яғылды. Урыҫтар беҙҙе аңлармы, тыңлармы, ҡыҙыҡ булыр микән, тигән шөбһәле уйҙар селпәрәмә килде. Нәжметдинов Артурҙың «Офицеры»н бөтә зал аяғүрә баҫып, илап тыңланы. Баязитов Айраттың «Урал»ын, егеттәр дуэтының «Алдар батыры»н, Тимур Үтәғолов (ҡурай), Әлфир Хәсәновты (баян) тыңлағанда халыҡ тын алдымы икән?!!! «Ҡурыуҙы» халыҡ фольклор ансамбле сығышына ҡул сапҡанда устары ҡабарғандыру! «Милли кейем-милләт йөҙө» таҡмаҡлы бейеүе ҡыштымдар өсөн МАСТЕР КЛАСС һымаҡ булды: эйәксенле ҡашмау, ҡушъяулыҡ, селтәрле, тәңкәле түшелдерек, билле бишмәт, балитәкле күлдәк, көмбәҙ тәңкәләр, сулпылар..... барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы. «КАТЮША-ЗӘЙТҮНӘКӘЙ»ҙең башҡортса-урыҫсаһын да бөтә зал йырлағанда алда ултырған 10 йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙың, түшенә миҙалдар таҡҡан бик оло ветерандың сикәләре буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен күреп.... саҡ-саҡ торған үҙем дә ысҡындым. Ошо Ҡыштымда үткән саралар бер-беребеҙ өсөн ныыыыҡ кәрәк-терәк, татыу, берҙәм, иғтибарлы,ихтирамлы, булырға тейешлегебеҙгә ҡәтғи ишара булды!!! «Ҡурай дәрестәре», ҡорама буйынса мастеркластар на урррааа! үтте. Сергетыш буйынса һөйләшкәндән һуң өйгә эш булды: башҡорттарҙағы ҡыҙҙы кейәүгә оҙатҡандан һуң атҡарылған «Серге ҡағыу йолаһы» әле лә бармы, ҡайһы яҡтарҙа үтәлә икән? Был һорауҙы ошо сараларға килеп, бергәләшеп йөрөгән Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Мәүлиҙә Ғәлим ҡыҙы бирҙе. Тыштан ҡарағанда подвалға төшһәк тә.... эстә ишек төбөнән тәртип, һәр мөйөш һайын нимәгәлер арналған күргәҙмә: ултыр ҙа сепарат бор, йә башҡортсалап сәй эс, йә йөн тет тә илә, селтәр бәйлә, һ. б. «Татар-башҡорт мәҙәни үҙәге»ндә. «Йәшлектең» әүҙемдән-әүҙем ағзалары ирле-ҡатынлы Айһылыу һәм Рәүф Ситдиҡовтар, ҡыҙҙары Розалия, Венера Абдуллина, Эльвира Йәғәфәрова, Ғәлимә Исламова, Физиә Таһирова, Нәсимә Истамғолова, Альмира Собченколар әҙерләп, һыйҙан биле һығылған өҫәл артында мулдан һыйланып, бүләкләнеп, РУХ ТОЛПАРЫНЫҢ ялына матҡып йәбешергә, тел-ил-милләт һағына ныҡтап баҫып, беребеҙ өсөн беребеҙ иң ҡуйып, кәрәк икән-ут-һыу, ҡалҡан булырға һөйләшеп, аттың башын ҡайтыу яғына борҙоҡ! Ат башын ҡаты тотҡан йыйнаҡ ауыҙлы, ипле, иғтибарлы-ихтирамлы Рәмил ҡустыға ҡутара рәхмәттәребеҙ яуып торһон! Ураған һайын шылтыратып, хәл-әхеүәлде белешеп тоған Венера Фәрит ҡыҙына, Клара Мөнир ҡыҙына, Нуриман Нуретдин улына ла, өйҙә көтөп торғандарыбыҙға ла рәхмәтлеләрҙән-рәхмәтлебеҙ!!! Мине ололап, апай ҙа апай ғына тип торған «Ҡурыуҙы»ныҡыларыма бөтмәҫ рәхмәттәрем!!! Берҙәмлектө-көс! Татыулыҡта, теүәллектә, имен-аман торайыҡ көллөбөҙ ҙә, йәмегеҙ?!!!

Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Байназарҙарҙың Ҡыштымға сәйәхәте
Автор:Фәнүзә Ишбаева
Читайте нас: