Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
6 Сентябрь , 12:22

Шүлгәндә һайлаусылар әүҙем

Ғәҙелгәрәй ауылының 1642-се һайлау участкаһында барлығы 310 һайлаусы теркәлгән, шуларҙың 16-һы өйҙә һайлаясаҡ. Ауылдың иң оло һайлаусылары булып Клара һәм Зөһрә инәй Сәғитовалар иҫәпләнә.

Шүлгәндә һайлаусылар әүҙем
Шүлгәндә һайлаусылар әүҙем

Әлеге ваҡытта 60 кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәп тә ҡуйған.
Һайлау участкаһы рәйесе Лилиә Ғәфүр ҡыҙы:
- Һайлауҙың тәүге көнөнөң яртыһы тыныс үтеп бара. Беренсе һайлаусы Хәкимйән ағай Ишморатов сәғәт 8 тулыр-тулмаҫтан килде. Комиссия ағзалары менән гимн тыңлап, һайлауҙы асып, һайлап ҡайтты.

Шүлгәндә һайлаусылар әүҙем
Шүлгәндә һайлаусылар әүҙем
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: