Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
6 Сентябрь , 10:00

"Рәхмәт" менән ҡайҙа ташламалар бар?

Бөгөн һайлауҙарҙа “Рәхмәт” акцияһының беләҙектәре таратыла. Ул беләҙектәр ярҙамында райондағы ҡайһы магазин һәм хеҙмәттәргә ташлама алып була икәнен беләһегеҙме? Һайлаусыларға таратҡан “Рәхмәт” акцияһының беләҙектәре ярҙамында һайлау көндәрендә:

"Рәхмәт" менән ҡайҙа ташламалар бар?
"Рәхмәт" менән ҡайҙа ташламалар бар?

“Апрель” магазины (ШЭ Яхина Э.М.) – 5%,

“Шүлгән-Таш” музей комплексы – 50%,

“Джентельмен һәм леди” бутигы (ШЭ Ишбаев И.Ф., “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәге) – 10%,

ФОК “Урал” – 50%,

“Аҡбуҙат” турбазаһы (Морат туғай) – 10%,

“Дакар” шиномонтаж, автосервисында (ШЭ Намаҙбаев Н.А.) – 10% ташлама менән ҡулланырға мөмкин.

Шулай уҡ Инзирә Ишбулатова үҙ ҡулдары менән эшләгән еҫле май шәмдәрен 20%, Гөлназ Усманова тәбиғи һабын һәм шампун-бальзамдарын 15% ташлама менән һатасаҡ.

QR-билеттарҙы рахмат102.рф сайтында теркәргә һәм контакт өсөн мәғлүмәттәрҙе тултырырға кәрәк. Еңеүселәр 6 һәм 7 сентябрҙә 14.00 һәм 20.00 сәғәттәрҙә билдәләнәсәк. Ә 8 сентябрҙә бүләктәр 14.00 сәғәттә уйнатыла, кискеһен иһә бүләктәр уйнатыу дауам итәсәк. Шуға күрә билеттарҙы иртәрәк теркәһәгеҙ, приз отоу мөмкинселеге күберәк. Еңеүселәр тураһында мәғлүмәт рахмат102.рф сайтында баҫыласаҡ.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: