Вәзирә Дәүләтбай ҡыҙының улы бөгөнгө көндә оборона министрлығы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ҡыҙы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ейәнсәрҙәренең олоһо Ҡазан яҡтарында эшләй, бәләкәйе 4-се класта ғына уҡый әле.
-Бөгөн мин балаларыбыҙҙың шат, илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн һайлауға килдем. Алдағы көндәребеҙ тыныс булһын, илебеҙ сәскә атһын. Махсус хәрби операция тиҙерәк еңеү менән тамамланһын, - тигән теләктә апай.
1658-се һайлау участкаһында төшкә тиклем 150-гә яҡын кеше тауыш биргән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығын һайлау 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә. Был көндәрҙә һайлау участкаларына килгән кешеләрҙең барыһы ла «Рәхмәт-2024» республика акцияһында бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Һайлауға килеүселәргә ирекмәндәр QR-билеттар тарата.