Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
6 Сентябрь , 08:06

Башҡортостанда һайлау башланды

Бөгөн Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Районда барлығы 37 һайлау участкаһы эшләй һәм уларҙа 12121 һайлаусы теркәлгән.

Башҡортостанда һайлау башланды
Башҡортостанда һайлау башланды

Республика Башлығын һайлауҙа барлыҡ парламент партияларынан биш кандидат ҡатнаша. Дәүләт Йыйылышы депутатының өҫтәмә һайлауҙарында мандат өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлау кампанияларында – 4 435 кандидат, төрлө кимәлдәге һайлауҙарға барлығы ун сәйәси партиянан кандидаттар теркәлгән.

Әлеге ваҡытта һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты һәм һайлаусыларын ҡабул итергә әҙер. Иҫке Собханғол ауылының 1660-сы һайлау участкаһының тәүге һайлаусыһы Евгений Быков үҙ тауышын биреп тә өлгөрҙө.

Автор:А.Уразаева
Читайте нас: