Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
25 Июль , 12:15

Башҡортостан халҡы сентябрҙәге һайлауҙарҙа ваҡытлыса булған урындарында «мобиль һайлаусы» механизмы ярҙамында тауыш бирә ала

2024 йылдың 6, 7 йәки 8 сентябрендә тауыш биреү көндәрендә теркәлеү урыны буйынса түгел, ә Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә булған граждандар “Мобиль һайлаусы” механизмы менән файҙалана ала: 

Башҡортостан халҡы сентябрҙәге һайлауҙарҙа ваҡытлыса булған урындарында «мобиль һайлаусы» механизмы ярҙамында тауыш бирә ала
Башҡортостан халҡы сентябрҙәге һайлауҙарҙа ваҡытлыса булған урындарында «мобиль һайлаусы» механизмы ярҙамында тауыш бирә ала

командировкаға киткәндәр; икенсе ҡалала уҡығандар; дауаханаға ятырға ниәтләгәндәр; отпускҡа киткәндәр; теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгәндәр; аҙ хәрәкәтсән һайлаусыларға тауыш биреү өсөн яраҡлаштырылған икенсе һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгәндәр.

Бының өсөн алдан уҡ өс ысулдың береһе менән урынлашҡан урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә кәрәк:

 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябренә тиклем – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияһына (ТИК) йәки күп функциялы Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенә (МФЦ);

2024 йылдың 28 авгусынан 2 сентябренә тиклем – республиканың теләһә ниндәй участка һайлау комиссияһына (УИК);

2024 йылдың 22 июленән 2 сентябренә 24.00 сәғәткә (Мәскәү ваҡыты буйынса) тиклем электрон төрҙә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында.

Территориаль һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәккә, участка һайлау комиссияһына ғариза биргәндә Рәсәй Федерацияһы гражданының паспортын күрһәтергә кәрәк (паспортты алмаштырыу осоронда фотоһүрәт менән ваҡытлыса шәхес танытмаһы).

Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына - ауыл һәм ҡасаба Советтарына, муниципаль райондар Һәм ҡала округтары Советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа «мобиль һайлаусы» механизмы ҡулланылмай.

Башҡортостан Республикаһы үҙәк һайлау комиссияһы Аппаратының сәйәси партиялар һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге, (347), 218-11-08

Автор:
Читайте нас: