Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
19 Март , 12:15

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең юбилейы алдынан Башҡортостан юлдаш телеканалына эксклюзив интервью бирҙе.

20 мартта киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ҙур интервью ҡарағыҙ.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең юбилейы алдынан Башҡортостан юлдаш телеканалына эксклюзив интервью бирҙе.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең юбилейы алдынан Башҡортостан юлдаш телеканалына эксклюзив интервью бирҙе.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Дмитрий Каретко менән һөйләшкәндә төбәк Башлығы тормошоноң иң ҡатмарлы этаптарын хәтергә төшөрәсәк һәм ағымдағы көн тәртибенең төп мәсьәләләренә ҡағыласаҡ.

Радий Хәбиров Башҡортостандың хәҙерге тарихындағы иң резонанслы ваҡиғалар тураһында фекере менән уртаҡлашты: «янып торған» Сибай карьеры, Шихан Куштау тирәләй хәл, коронавирус инфекцияһы пандемияһы.

Башҡортостан Башлығын ғүмере өсөн етди хәүеф аҫтына ҡуйырға нимә мәжбүр итә? Республика етәксеһенә популяр булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү ни тиклем ҡатмарлы, һәм Радий Хәбировтың «Ҡырым яҙы»на ни рәүешле ҡатнашы бар?

Радий Хәбировтың алтмыш йәше тулған көндө Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән ҙур интервью ҡарағыҙ. 20 мартта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ғына, 20:00 сәғәттә.

Автор:
Читайте нас: