Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
18 Март , 14:54

Радий Хәбиров Рәсәй президентын һайлау йомғаҡтарына комментарий бирҙе

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауға килеү күрһәткесе 83 проценттан артты, ә ғәмәлдәге президент өсөн тауыш биреүселәр һаны 90 проценттан ашты, тине 18 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Радий Хәбиров Рәсәй президентын һайлау йомғаҡтарына комментарий бирҙе
Радий Хәбиров Рәсәй президентын һайлау йомғаҡтарына комментарий бирҙе

«Был тауыш биреү илебеҙ күрһәткән ғәйәт ҙур тупланыу сағылышы булды. Мин яҡшы кәйеф менән килгән, аҡыллы тауыш биргән Башҡортостан халҡына, һайлаусыларыбыҙға рәхмәт әйткем килә.

Илебеҙҙең ҡаҙаныштары, илебеҙ киләсәге уртаҡ эшебеҙгә һәм лидерыбыҙ Владимир Владимирович Путинға һәм уның сәйәсәтенә бәйле булыуын аңлайбыҙ. Алда беҙҙе алты матур, ижади йыл көтә. Беҙ һеҙҙең менән президенттың Мөрәжәғәтнамә барышында билдәләгән пландарын ишеттек. Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашырыласағына ышанам, сөнки ул уйланылған һәм иҫәпләнгән, реаль иҡтисади мөмкинлектәргә таяна.

Алда беҙҙе һәйбәт реаль эштәр һәм еңеү көтә, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын», - тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Рәсәй президентын һайлауҙа Башҡортостан һайлау комиссияларының эшен «бишлегә» баһаланы.

«Күп һанлы кешеләр эшләне, өс көн буйына эшләү һәм бөтәһен дә ойошҡанлы эшләү еңелдән булманы. Бөтә системаға ла ҙур рәхмәт. Президент ҡуйған төп бурыс - һайлауҙарҙың ойошҡанлы, таҙа, уңайлы үтеүе. Әйткәндәй, беҙ шуға өлгәштек тә. Ғәмәлдә бер ниндәй ҙә ялыуҙар булманы һәм киҫкен хәл-ваҡиғалар булманы», - тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров хакимиәт етәксеһе Максим Забелинға, үҙенең хакимиәтенә, муниципалитет башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе һәм мөһим ойоштороу мәсьәләләре уларҙың елкәһенә ятыуын билдәләне.

«Тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, мәғлүмәти эш алып барыу, һайлауға тиклем һәм унан алда етди һөжүмдәргә ҡаршы тороу кәрәк ине.  Беҙҙә һайлау бюллетендәрен боҙорға маташҡан ике осраҡ булды, ләкин уларҙың эштәре һайлау комиссиялары ағзалары, һайлаусылар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ваҡытында туҡтатылды», - тип хәбәр итте республика етәксеһе.

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйтте:

«Был ваҡыт эсендә эске эштәр органдарының бер нисә мең хеҙмәткәре һайлау участкаларында булды һәм ҡатмарлы бурыстарҙы башҡарҙы. Уларҙың хеҙмәте бик дөрөҫ башҡарылған. Был - интеллигентлы һәм һәйбәт эш күрһәткесе».

Башҡортостан Башлығы республиканың идара итеү командаһының һөҙөмтәле эшләүен билдәләне. «Беҙ һеҙҙең менән илебеҙҙең һөҙөмтәле, ижади үҫешен тәьмин итеүҙә ҡатнаштыҡ», - тине төбәк етәксеһе.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: