Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
18 Март , 12:01

Башҡортостан халҡы көслө, бойондороҡһоҙ Рәсәй өсөн тауыш бирҙе - Константин Толкачев

Уҙған Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау йәмғиәттең милли лидер тирәләй бығаса булмаған тупланыуын күрһәтте, тип иҫәпләй Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.

Башҡортостан халҡы көслө, бойондороҡһоҙ Рәсәй өсөн тауыш бирҙе - Константин Толкачев
Башҡортостан халҡы көслө, бойондороҡһоҙ Рәсәй өсөн тауыш бирҙе - Константин Толкачев

Һайлауҙарҙың яҡынса һөҙөмтәләренә комментарий биреп, республика парламенты спикеры ғәмәлдәге Рәсәй президенты еңеүен билдәләне.

«Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә Владимир Путинға ярҙам күрһәтте. Беҙҙең республикала тауыш биргән һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы дәүләт башлығының үҙ вәкәләттәрен оҙайтыуы өсөн сығыш яһаны», - тине Константин Толкачев.

Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге Рәсәй тарихында бер ҡасан да һайлауҙар деструктив көстәрҙең баҫымы аҫтында үтмәне:

«Ләкин беҙҙең кешеләр менән көс телендә һөйләшергә ярамай: баҫым ни тиклем юғары булһа, ҡаршылыҡ шул тиклем көслөрәк була бара. Шуға күрә Владимир Путин илебеҙҙең сик буйындағы төбәктәрендә лә, яңы биләмәләрҙә лә һис шикһеҙ ярҙам алды. Был көнө беҙ президентты ғына һайламаныҡ - дәүләт сәйәсәтенең дауам итеүенә: илдең оборона ҡеүәтен нығытыуға, үҙебеҙҙең, үҙаллы үҫеш юлына, традицион ҡиммәттәренә "эйе" тинек. Халыҡ көслө һәм бойондороҡһоҙ Рәсәй, тотороҡлолоҡ һәм ғәҙеллек өсөн тауыш бирҙе».

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда Владимир Путиндың кандидатураһын республика һайлаусыларының 90,96% хуплауын хәбәр иткәйне.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: