Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
17 Март , 11:30

Участка һайлау комиссиялары эш өҫтөндә

Әтек менән Брәтәктә лә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарға етди ҡарайҙар.

Участка һайлау комиссиялары эш өҫтөндә
Участка һайлау комиссиялары эш өҫтөндә

Брәтәк ауылының иң оло, абруйлы кешеләре Ғилфан ағай Фәхрийәнов  тәүге көндә үк тауыш биргән, 1951 йылғы Ғабдулбарый Ғабдулхай улы Сафин кисә һайлап ҡайтһа, Ғүмәров Вәли Ғәли улы гражданлыҡ бурысын бөгөн үтәгән.

Һайлаусылар теҙмәһендә 294 кеше, тәүге көндә - 86, кисә  - 120, бөгөн иртән 4 кеше һайланы, халыҡ әүҙем генә, ти УИК рәйесе Исламов Рөстәм Фәрит улы.

Һүрәттә: ауылдың иң оло кешеһе Ғабдулбарый Ғабдулхай улы тауыш бирә килгән.

Әтек ауылының иң оло инәйе 89 йәшлек Алғазина Кинйәбикә Муллағәле ҡыҙы ла гражданлыҡ бурысын һайлау участкаһына килеп үтәне. Үҙенең тауышы илдең киләсәгенә ыңғай йоғонто яһарына ышана ул.

Участка һайлау комиссиялары эш өҫтөндә
Участка һайлау комиссиялары эш өҫтөндә
Участка һайлау комиссиялары эш өҫтөндә
Автор:
Читайте нас: