Иҫке Монасип егете Өфөнән нәҡ һайлауға тип ҡайтҡан. Бөгөн ул тыуған ауылындағы һайлау участогына барып гражданлыҡ бурысын үтәп ҡуйҙы.
- Халыҡ араһында, һайлауға бармаһам да минең өсөн барыбер һайлаясаҡтар, тигән кире фекер йөрөй. Һәр кем илдең киләсәген ҡайғырта, үҙгәрештәр көтә, яҡты өмөттәр бағлай. Шуға күрә киләсәкте хәстәрләп, бәләкәй генә өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ. Әлбиттә, Илебеҙҙе кемдең етәкселеге аҫтында күреү - һәр кемдең шәхси фекере, әммә һайлау уйланылған эш булырға тейеш, - тине яҡташыбыҙ.