Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
17 Март , 09:36

Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө башланды

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа өс көнлөк тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды. Бөгөн, 17 мартта, тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Теге йәки был сәбәптәр буйынса өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү ҡаралған. Өйҙә, шул иҫәптән телефон аша тауыш биреү үтенесе менән мөрәжәғәттәрҙе участка һайлау комиссиялары 17 мартҡа көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем ҡабул итә.

Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө башланды
Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө башланды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреүҙең икенсе көнөндә халыҡтың 64,82% тауыш бирҙе. Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында һәм тағы 22 муниципаль районда тауыш бирергә килеүселәр иҫәбе 70 проценттан артҡан.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: