Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
17 Март , 15:50

Һайлауҙарға изге күңел менән килдем,

ти Ғәҙелгәрәйҙән хеҙмәт ветераны, 1938 йылғы Солтанбаева Һәҙиә инәй."Ошо ауыл ҡыҙымын, ошо ауыл кешеһенә кейәүгә сыҡтым, ауылдан бер ергә лә шылманым.

Һайлауҙарға изге күңел менән килдем,
Һайлауҙарға изге күңел менән килдем,

87-се йәш менән барһам да, таяғыма таянып булһа ла һайлау участкаһына үҙем килеп һайлауҙы хуп күрәм.
Теләктәрем дә изге: ил -көн имен булһын, беҙ һайлаған түрәләр имен - һау эшләһен, уландар МХО -нан имен - һау ҡайтһын, батшаларға - һаулыҡ, хөкүмәтте ҡыйратмай, ҡулға алып эшләһен.
Пенсияһын биреп торалар, асыҡмайбыҙ - барына шөкөр ",-ти Һәҙиә Фазылғүмәр ҡыҙы.

Һәҙиә инәй үҙенең биш балаһы өҫтөнә мәрхүмә оло ҡыҙының ҡыҙын да көтөп үҫтергән. Ейәнсәрем Ырғыҙлыла хәҙер үҙе 4 бала әсәһе булып матур йәшәп ята. Балалар килеп ярҙам итеп тора. Беҙҙең быуынға уҡыу эләкмәне. 7-се класты бөткәс, фермала ике йыл һыйыр һауҙым, кейәүгә сыҡҡас, 4 йыл совхозда бейә һауҙым, йәш балалар менән гел сезонлы эштәрҙә йөрөнөм - ырҙында иген эше менән булдыҡ, урып-йыйыу эштәре, бесәне ҡалманы, ти ғүмере эштә үткән ағинәй.

Ғәҙелгәрәйҙәге 1642-се УИК -тағы һайлаусылар теҙмәһендә 267 кеше торһа, 15 мартта - 142, кисә - 53,бөгөн 11:25 сәғәткә 15 кеше тауыш биргән. УИК рәйесе әйтеүенсә, был - теҙмәләге һайлаусыларҙың 79% -ы үҙ тауышын биргән, тигән һүҙ.
Кисә 14 оло быуын һайлаусыһының өйөнә барып һайлатһалар, бөгөн 5 кешегә барырға иҫәп тоталар.

Һайлауҙарға изге күңел менән килдем,
Һайлауҙарға изге күңел менән килдем,
Һайлауҙарға изге күңел менән килдем,
Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас: