Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
9 Февраль , 16:50

Нимә ул “Информ УИК” проекты?

2024 йылдың 15-17 мартында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек осоронда участка һайлау комиссиялары ағзалары һәм тәғәйенләгән ураусылар (обходсылар) тарафынан “Информ УИК” проекты сиктәрендә һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт биреү буйынса саралар үтәсәк. “Информ УИК” проекты – ул

Нимә ул “Информ УИК” проекты?
Нимә ул “Информ УИК” проекты?

“Информ УИК” проекты – ул һайлау участкаһы составына ингән йорт хужалыҡтарын (фатирҙар) буйлап йөрөп сығыу ысулы менән һайлаусыларға шәхси адреслы мәғлүмәт биреү һәм хәбәр итеү.

Һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт биргәндә, обходсылар (участок һайлау комиссиялары ағзалары) «Телеформ» мобиль ҡушымтаһын ҡулланасаҡ. Ул һайлаусылар исемлеген аныҡларға һәм Рәсәй Президенты һайлауҙары, теркәлгән кандидаттар, тауыш биреү ысулдары һ.б. тураһында мәғлүмәт еткерергә мөмкинлек бирә.

«Информ УИК» проектына илдең төп һайлауҙарында Бөрйән  районы муниципаль районының бөтә 37 участка һайлау комиссияһы йәлеп ителәсәк, унда 80 обходсы эшләйәсәк.

Уларҙың Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы стандарттарына ярашлы күкрәккә тағыла торған бейдж (А6 форматында,  һайлау комиссияһы ағзаһының исем-шәрифе, һайлау комиссияһы рәйесенең зәңгәр мисәте һәм ҡултамғаһы менән), шулай уҡ күкрәккә тағыла торған билдәһе буласаҡ.

Участка һайлау комиссиялары ағзалары (обходсылар) һайлаусыларҙың йорттары һәм фатирҙары буйлап 2024 йылдың 17 февраленән 7 мартына тиклем үтәсәк. Йорттар буйлап йөрөү барышында һайлау комиссияһы ағзаларына һәр йортҡа шаҡырға, һәр һайлаусыға барып етергә, һайлауҙарға саҡырырға, кандидаттар тураһында һөйләргә, тауыш биреү датаһы һәм ысулдары, тауыш биреү өсөн биналарҙың урынлашыуы һәм эшләү ваҡыты тураһында мәғлүмәт бирергә, һайлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирергә һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарында эшләйәсәк һанлы сервистар тураһында мәғлүмәт еткерергә кәрәк була.

«Информ УИК» проекты һайлаусыларҙы тауыш биреү процесына мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

(Бөрйән районы территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәте)

 

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: