-9 °С
Ясна
Һайлау процесын күҙәтеү нескәлектәренә өйрәтеү өсөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова һәм Йәмәғәт хеҙмәттәшлеге һәм килешеүсәнлек технологиялары үҙәге етәксеһе Максим Беляев килде. Улар һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәренең роле һәм бурыстары, төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Һайлауҙарҙа республикала 3 меңдән ашыу һайлау участкалары эшләйәсәк. Уларҙың һәр береһенә 3-әр күҙәтеүсе ҡуйыла. Уларҙың бурысы – һайлауҙарҙың асыҡ һәм ғәҙел үтеүен тәьмин итеү.