Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
10 Сентябрь 2023, 16:55

Хәйбулла районының иң оло һайлаусыһына - 100 йәш

Аҡъяр ауылынан Фәтхулла Юламанов үҙе һайлау участкаһына килде

Хәйбулла районының иң оло һайлаусыһына - 100 йәш
Хәйбулла районының иң оло һайлаусыһына - 100 йәш

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы бер ҡасан да һайлауҙарҙы ҡалдырманы. Ул быны үҙенең гражданлыҡ бурысы тип һанай.

Аҡъяр ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһына тиклем Фәтхулла Әһлиулла улын ҡыҙҙары Гөлшат һәм Гүзәл, кейәүе Далха оҙатып килгән.

«һуңғы ваҡытта уның аяҡтары ауырта, һуғышта алған яралары белгертә, - ти Гүзәл. - Беҙ уны өйҙә ҡалырға өгөтләп, комиссия ағзалары үҙҙәре килһен тип һөйләшеп ҡараныҡ, ләкин ул үҙе һайлауға барырға ҡәтғи ҡарар итте».

Һуғыш Геройы һәм хеҙмәт ветераны Фәтхулла Юламанов көн һайын Аҡъяр буйлап йәйәү йөрөй, районда үткән сараларҙы ҡалдырмай, уны ауылда ҡарты ла, кесеһе лә белә.

Һәм, әлбиттә, һуғыш йылдарының әсе-сөсөһөн һәм һыҙланыуҙарын ҡаны менән татыған, хәрби һәм хеҙмәт сынығыуҙарын үткән, һуңынан Тыуған илде һаҡлауға һәм тергеҙеүгә өлөш индергәнкеше бындай мөһим сәйәси ваҡиғаларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмаясаҡ.

Автор:Зиля Акъюлова

Хайбуллинский вестник

 

Хәйбулла районының иң оло һайлаусыһына - 100 йәш
Хәйбулла районының иң оло һайлаусыһына - 100 йәш
Автор:
Читайте нас: