Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
10 Сентябрь 2023, 14:00

Башҡортостан ауылы 100% тауыш биргән

Һеҙ Башҡортостан Республикаһындағы Башҡортостан тигән ауылды беләһегеҙме? Бына ошо ауылда йәшәүселәр бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә байрамса кейенеп Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы 916-сы һайлау участкаһына килеп, 100 процент тауыш биргән.

Башҡортостан ауылы 100% тауыш биргән
Башҡортостан ауылы 100% тауыш биргән

Ә Саимә Зиннәтова өйҙә тауыш бирҙе. Бөгөн уның икеләтә байрамы - һайлауҙар көнө тыуған көнө менән тап килде. Комиссияны ул ҡайнар мейестән сыҡҡан ҡоймаҡ һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Һәр бюллетенде ихласлап өйрәнде һәм донъяға именлек теләктәре менән бюллетендәрҙе күсмә урнаға төшөрҙө.

- Улар һәр һайлау компанияһында әүҙем, ихлас, - ти 916-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе Илүс Хәмзә ҡыҙы.

Автор:Файруза Юнусова

Источник: Аскинская новь

Автор:
Читайте нас: