Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
10 Сентябрь 2023, 16:31

Бүздәк районында бөгөн тыуған ауылына отпускыға ҡайтҡан мобилизацияланған-яугир тауыш биргән

Бүздәк районы Өстүбә ауылынан мобилизацияланған Фәнил З. бөгөн тыуған ауылына ҡайтып төшкән. Ул ғына ла түгел, уның ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән отпускыһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы һәм Кәпәй-Ҡыбау ауыл советы депутаттарын һайлау көнө менән тап килгән. Яугир шунда уҡ тауыш биреү барған һайлау участкаһына юлланған һәм тауыш биргән.

Бүздәк районында бөгөн тыуған ауылына отпускыға ҡайтҡан мобилизацияланған-яугир тауыш биргән
Бүздәк районында бөгөн тыуған ауылына отпускыға ҡайтҡан мобилизацияланған-яугир тауыш биргән

Участка комиссияһы ағзалары уны герой булараҡ ҡаршы алған. Ир ҙә ғаиләһе менән генә түгел, ауылдаштары менән дә аралашыуға шат булған. Ул барыһы өсөн дә - Ватанға тоғро хеҙмәт итеү һәм ысын илһөйәрлек өлгөһө!

Бүздәк яңылыҡтары

Автор:
Читайте нас: