Ауыл хужалығы
14 Июля , 07:00

Ҡарағаттан желе, джем, ҡайнатма

Баҡсаларҙа ҡарағаттың мөлдөрәп бешкән мәле. Шуға һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, ҡарағаттан ҡайнатма, желе, джем эшләү буйынса еңел генә ысулдар тәҡдим итәбеҙ.

Ҡарағаттан желе, джем, ҡайнатмаҠарағаттан желе, джем, ҡайнатма
Ҡарағаттан желе, джем, ҡайнатма

Ҡарағаттан желе

10 стакан ҡарағатҡа 4 стакан һыу, 14 стакан шәкәр алына.

Ҡарағатҡа һыу ҡойоп, уртаса утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, теүәл 7 минут бешерәбеҙ. Шәкәр өҫтәп, тағы 5 минут ҡайнатабыҙ.

Бына желе әҙер. Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән нығытырға ғына ҡалды. Һыуынғас, желе барлыҡҡа килә.


Ҡарағаттан желе эшләүҙең тағы бер ысулы

2 кило 300 грамм ҡарағатҡа 2 стакан һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарабыҙ һәм 15 минут бешерәбеҙ. Унан 2 кг 500 грамм шәкәр өҫтәйбеҙ (9 стакан) һәм ҡайнап сыҡҡас, 15 минут ҡайнатабыҙ.

Желе әҙер. Стерилләнгән банкаларға һалып, нығытырға кәрәк.


Ҡарағаттан джем

1 кг ҡарағатҡа 1 кг шәкәр алына. Һыу кәрәкмәй. Ҡарағатты йыуып, блендер аша үткәрәбеҙ һәм өҫтөнә шәкәр һалып, яҡшылап бутайбыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 5 минут ҡайнатабыҙ. Күбектәрен алырға кәрәк. Һыуынғас, йылытып, тағы 2 минут күпертеп алабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, һалҡын урынға ҡуйырға кәңәш ителә.


Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма
Ҙур һауытҡа 6 стакан һыу, 10 стакан шәкәр ҡомо һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, 20 минут тағы ҡайнатабыҙ.

20 минут үткәс, был шәрбәткә 15 стакан йыуылған ҡарағат һалырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, теүәл 5 минут утта тотабыҙ. Күбеген йыйып алабыҙ.

Ҡайнатмаға тағы 15 стакан шәкәр ҡушып, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Һыуынғас, банкаларға тултырабыҙ.


Ҡарағаттан мармелад
Йыуып ҡоротолған ҡарағатҡа шәкәр ҡомо, желатин һәм ванилин һалып, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртән болғатып, ярты литрлы таҙа банкаларға тултырығыҙ һәм 15 минут сетрилләгәндән һуң, ҡапҡас менән ябығыҙ.
Ярты килограмм ҡарағатҡа (ҡара, аҡ йәки ҡыҙыл) ярты килограмм шәкәр ҡомо, 10 грамм желатин, ванилин кәрәк.


Ҡыҙыл ҡарағаттан желе
Бындай желе бигүк ҡуйы булмаһа ла, унда барлыҡ витаминдар һаҡлана.
Иң элек ҡыҙыл ҡарағатты һығып, һут яһағыҙ. Шуға шәкәр ҡомо ҡушып, бик һалмаҡ утта ағас ҡалаҡ менән болғата-болғата иретегеҙ. Шәкәр тамам ирегәс, желены ҡайнар килеш стерилләнгән банкаларға тултырып ҡапҡас ябығыҙ. Желе әкренләп һыуынһын өсөн, банкаларҙы полиэтилен ҡапҡас менән дә ҡапларға мөмкин. Һуңынан һыуытҡыста йәки баҙҙа һаҡларға.
1 стакан ҡыҙыл ҡарағат һутына 1 стакан шәкәр ҡомо алына.


Бешерелгән желе
Был осраҡта витаминдар аҙыраҡ, уның ҡарауы, ул күпкә ҡуйыраҡ һәм уны торт, пирожный, печеньелар биҙәү өсөн дә ҡулланырға була.
Яңы яһалған ҡарағат һутын табаҡҡа һалып утҡа ҡуйырға ла, аҙ-аҙлап шәкәр ҡомо өҫтәп, болғата-болғата иретегеҙ. Желе әҙер булғанын белер өсөн, табаҡ төбөнә ағас ҡалаҡ менән һыҙып ҡарағыҙ: аҡ эҙ ҡалһа, әҙер тигән һүҙ. Ҡайнар желены стерилләнгән ярты литрлы банкаларға тултырып, иртәнгә ҡәҙәр асыҡ тотоғоҙ. Иртән полиэтилен ҡапҡас меннән ҡаплағыҙ.
1 литр һутҡа 800 грамм шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.
Ҡайнатмалар ҡушып эскән сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

"Даирә" гәзитенән

Автор:
Читайте нас