

Форум асыҡ һауала уҙасаҡ һәм ғәҙәттәгесә урып-йыйыу кампанияһы башланыуға старт бирәсәк.
Күргәҙмәлә 130-ҙан ашыу компания ҡатнаша. Улар ауыл хужалығы техникаһын, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын, ашламалар һәм агрохимия продукцияһын тәҡдим итәсәк. Барлығы 140-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән Башҡортостанда етештерелгән машиналар күрһәтеләсәк. Белгестәр өсөн тест-драйв ойошторола.
70 гектар майҙанда 300-ҙән ашыу ауыл хужалығы культураһының сорттары һәм гибридтары, шулай уҡ минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса тәжрибәләр күрһәтеләсәк.
9 июлдә күргәҙмә иртәнге сәғәт 9-ҙа асыла. 10–11 июлдә форумдың төп саралары – эшлекле программа, тармаҡ етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында осрашыуҙар үтәсәк.