-3 °С
Ҡар
- Беҙгә 2 миллион гектарҙан ашыу яҙғы культуралар сәсеү тора, - тине Илшат Фәзрахманов. - Иген етештерәсәкбеҙ, ул икмәк өсөн төп стратегик сеймал булып тора ла. Сөнки ондо ярты йылдан ашыу һаҡлауы ауыр, ә келәттә иген бер нисә йыл ятырға мөмкин. Ағымдағы йылда мул иген запасы йыйып алырға планлаштырабыҙ. Ҡоролоҡһоҙ, яҡшы һауа торошона өмөтләнәбеҙ. Климат үҙгәрҙе,әммә беҙ әҙер, был беҙҙең төп бурыс.
2022 йылда Башҡортостанда дөйөм сәсеү майҙаны 2,85 миллион гектар тәшкил итә, был 2021 йылға ҡарата 101,5 процент.