Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Март 2022, 09:40

Илшат Фәзрахманов: ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда йыл ярымға етерлек иген запасы бар.

БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Башҡортостан юлдаш телеканалында #Аңлатабыҙ_Башҡортостан  проекты сиктәрендә үткән брифингта республикала икмәк мәсьәләһе булыуы мөмкин түгел тип билдәләне.

Илшат Фәзрахманов: ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда йыл ярымға етерлек иген запасы бар.
Илшат Фәзрахманов: ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда йыл ярымға етерлек иген запасы бар.

- Икмәк үҙенән-үҙе етештерелмәй, башта беҙ орлоҡ сәсәбеҙ, иген үҫтерәбеҙ, унан он етештерәбеҙ, артабан икмәк бешерәбеҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. - Бына игенде республика аграрийҙары ғәҙәттә йыл ярымлыҡ етештерә, йәғни Башҡортостанда иген етештереү өсөн сеймал запасы бар.

Бөгөн беҙ иген етештереү буйынса яңы миҙгелгә - сәсеү кампанияһы башларға әҙер, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан игенселәре ярты быуат осорондағы  иң ҡоро миҙгелдә лә (2021 йыл), йылына 1,8 миллион тонна етеүен иҫәпкә алғанда, 2,2 миллион тонна ашлыҡ йыйған.

Автор:
Читайте нас: