Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Август , 17:51

Тыуған төйәк ғүмергә беҙҙең йөрәктә ҡала

“Атайсал – кесе Ватан” проекты республикала 2021 йылдың 1 мартынан старт алды. Атайсал – ул беҙҙең донъяға тәүге тапҡыр күҙебеҙҙе асҡан, ауа-түнә тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан еребеҙ. Төйәгебеҙҙәге кескәй йырсы шишмәгә, тыуған йорт ҡаршыһындағы анау тауға, тау битендәге һипкелле ҡайындарға уянған һөйөү, кеше үҫкән һайын ҙурая барып, тотош илгә, оло Ватанға һөйөүгә әүерелә. 

Тыуған төйәк ғүмергә беҙҙең йөрәктә ҡала
Тыуған төйәк ғүмергә беҙҙең йөрәктә ҡала

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “Атайсал” проекты хаҡында идеяһы ла юҡҡа ғына үҙенең тыуған яғында – Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында тыумағандыр.

Бәләкәй ауылда йәки ҡалала тыуып-үҫеп, тормош юлында уңыш ҡаҙанған, мөмкинлектәре артҡан бай, етеш йәшәгән кешеләрҙең йыш ҡына тыуған ауылдарына (ҡалаларына) ниндәйҙер изге эш башҡарыу теләге уяна.

Төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы “Атайсал” проектына старт биргәндә ошо изге эштәрҙе бер системаға һалыу маҡсатын күҙаллай: 

“Һәр кемдең йөрәгенә айырыуса ҡәҙерле булған урындар бар. Улар – был яҡты донъяға күҙен асҡан, тәүге аҙымдарын яһаған, тормоштағы иң мөһим һүҙҙәрҙе әйткән урындар. Ул – кесе Ватан.  Һәм уның менән бәйле булған йылы хистәр ғүмерлеккә беҙҙең менән ҡала, күңелебеҙҙе йылытып тора, уны дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтә”. “Атайсал” проекты дәүләт хәл итә торған мәсьәләләрҙе кешеләрҙең елкәһенә күсереп һалырға тырышыу түгел. Был күңел ҡушыуы буйынса былай ҙа ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам итеүсе  кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырырға тырышыу"

“Атайсал” проекты – ул беҙҙең кесе Ватаныбыҙға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге. Ул – беҙҙең ауылдарҙың күп кенә проблемаларын хәл итеү юлы. Мәҫәлән, ауыл мәсеттәрен, спорт майҙансыҡтарын, музейҙарҙы, парктарҙы, ял итеү урындарын төҙөкләндереү йәки төҙөү, беҙҙең ҡәҙерле кешеләребеҙҙең һуңғы төйәге булған зыяраттарҙы кәртәләүҙә ярҙам күрһәтеү һәм башҡалар.

Проекттың төп идеяһы – хәйриә программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн тыуған ауылдарының яҙмышына, көнитмешенә битараф булмаған рухташ, фекерҙәштәрҙе эҙләү һәм бергә туплау.

“Атайсал – кесе Ватан” проекты 2021 йылдың 1 мартында старт алғайны. Шунан алып, уны ғәмәлгә ашырыу барышында проектта 5600 кеше ҡатнашҡан. 27 мең (27541) проект булған, шуларҙың 26 857-һе тамамланған. Үткән йыл “Атайсал” проектында 3500 кеше ҡатнашһа, бөгөнгө көнгә – 5,5 меңдән артығыраҡ.

“Атайсал” проекты сиктәрендә МХО-ға ярҙамға 116 миллион һум аҡса ебәрелгән. 470 һәйкәл һәм обелиск реставрация үткән. 100-ҙән артыҡ балалар һәм спорт майҙансығы төҙөлгән, 577 шишмә тирәһе төҙөкләндерелгән, 461 мәсет, 80 сиркәү һәм храм төҙөлгән, ремонтланған, төҙөкләндерелгән. 1008 зыярат кәртәләнгән һәм тәртипкә килтерелгән. 312 юл ремонтланған һәм төҙөкләндерелгән.

Беҙҙең Бөрйән районында ла “Атайсал” проекты уңышлы ғына ғәмәлгә ашырыла.

Республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова районда был эште башлап ебәреүселәрҙең береһе булды, тиһәк, яңылышмаҫбыҙ. Министр Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында донъяға килгән. Ул ауылдаштарын онотмай. Мәҫәлән, үткән йыл Ырғыҙлыла республика эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында  open-air концерт ойошторҙо. Ауылдың “Шатлыҡ” балалар ансамбленә сәхнә костюмдары бүләк итте.

Мәҙәниәт министры үҙенең исеменән Ырғыҙлы мәҙәниәт йортона тауыш көсәйткес аппаратура, проекторлы экран һәм өҫтәл уйындары ла тапшырҙы. Бынан тыш, Көньяҡ Ағиҙел урмансылығына янғын һүндереү өсөн ранецтар ҙа алып килгән ине.

Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры:

 “Ярҙам иткән ваҡытта матди әйбер мөһим түгел, ә хис-тойғолар мөһимерәк. Минеңсә, “Атайсал” проектының һөҙөмтәләре барлыҡ көткән өмөттәрҙе үтеп китте. Ул шундай ҙур масштабтарҙы яуланы: бер кешенең ярҙам итергә теләүе ҡапыл уның тирәһендә яңы кешеләрҙе йыя, сөнки улар һөҙөмтәне күрә һәм үҙҙәре лә ҡушыла башлай. Иң мөһиме, һин ҡыуандырған кешеләрҙең дәртләнеп китеүен, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә тырышыуын, кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәрен күрәһең һәм түгелгән көстөң бушҡа китмәгәнлеген, был изге эштең һинең яҡташтарыңа ысынлап та бик кәрәк булғанлығын аңлайһың. Һәм был рухландыра, дәртләндерә!»

Ғәҙелгәрәй ауылының “Шүлгән” фольклор ансамбле лә министр ҡулынан бүләк алып ҡыуанды. Уларға мандолиналар бүләк итте. Әминә Ивний ҡыҙы Ырғыҙлылағы мәсет төҙөлөшөнә лә өлөш индерҙе.

Әбделмәмбәт мәктәбенә эшҡыуар И. Нәбиуллин 15 комплект саңғы бүләк итте.

Бөрйән халҡы һәм эшҡыуарҙары махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ла даими ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, Станислав Чернов МХО-ға бушлай 40 кубометр таҡта материалдары оҙатты.

Ҡолғана егеттәре Руслан Яҡупов, Илсур Айытбаев, Урал Шәйхисламов, Урал Ҡужәхмәтов ошо көндәрҙә махсус хәрби операция барған зонаға 2 КамАЗ таҡта ебәрҙеләр.

Уларға хәрби частән «Һеҙҙең ярҙам беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Һеҙ - тыуған илебеҙҙең ысын патриоттары» тигән матур эстәлекле рәхмәт хаттары килгән.

Улар бынан алда ла МХО-ға бушлай таҡта оҙатҡайнылар.

Бынан тыш, эшҡыуарҙар, райондың башҡа  кешеләре МХО-ға мобиль мунса, автомобилдәр, башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатып тора. Шулай  уҡ  мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын менән ярҙам итеүселәр байтаҡ.

Район үҙәгендә бер мәлдәрәк сафҡа ингән ике мәсет тә – “Фурҡан” һәм “Межәүер” мәсеттәре лә райондың изге күңелле кешеләренең тырышлығы менән төҙөлдө.

Байназарҙың “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Зилә Йәнғәлина) күптән түгел Мәскәүҙә үтәсәк бейеү конкурсына икенсе турға саҡырыу алғас, Бөрйәндең талантлы балалары өсөн ҡыуанысы йөрәгенә һыймаған шәхси эшҡыуар Гөлсинә Көнәфина уларға ҙур ғына суммала аҡса тапшыра.

Ауыл эшҡыуарҙары Наил Көмөшбаев, Вадим һәм Лилиә Исҡужиндар, Әлбиҙә Баязитова, хаҡлы ялдағы Сәғиҙә Исҡужина ла ситтә ҡалмаған - бергә йыйылып, Гөлсинә һәм  Ринат Көнәфиндар төп сумманы үҙҙәренән сығарып, ансамблгә 55 мең һум аҡса бүләк итәләр.

Гөлсинә Көнәфина, шәхси эшҡыуар:

- “Атайсал” проекты бик шәп башланғыс. Ул яҡташтарҙы матди яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да берләштерә. Үҙе ҡылған изгелектән күпме шатлыҡ яралғанын күргән кеше тағы ла нығыраҡ рухлана. Был шатлыҡты кисергән кешеләрҙең дә күңеле матурыраҡ, мәрхәмәтлерәк булып китеренә өмөтләнәм.

  “Еҙ үксә” бейеү ансамбленә яңы костюмдар өсөн аҡса биргәс, балаларҙың шатланғандарын, ҡосаҡлашҡандарын күреп, үҙемдең күҙҙәрем йәшләнде, уларҙың шатланғанына һөйөнөп, тормошома әллә күпме дәрт алдым.

Изгелектән изгелек тыуа – ошо балалар үҫеп, үҙҙәре лә аҡса эшләй башлағас, тыуған төйәктәрендәге балаларға, мохтаждарға, ауылдарына ярҙам итерҙәр тип ышанам.

Ғөмүмән, һуңғы биш йылда республикала бик күп матур башланғыстарға нигеҙ һалынды. Улар дауамлы булһын. Донъяны матурлыҡтан бигерәк изгелек, кешеләр көнитмеше хаҡына матур эштәр,  бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтлек ҡотҡара бит ул.

Үҙ йәнтөйәктәренең бөгөнгөһө матур, иртәгәһе тағы ла матурыраҡ булһын өсөн тырышыусыларҙы берләштергән “Атайсал” проекты, шулай итеп, бик күп изге эштәргә, яңы башланғыстарға юл асты. Һәр кемдең күңеленә рух, йәшәүенә дәрт, тормошона мәғәнә алырлыҡ йәншишмәһе – Атайсалы булһын!

Автор:Т.Баһауетдинова
Читайте нас: