Атайсал
12 Октября 2023, 04:10

АЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫ

#Республика_көнөн_билдәләп Һәйкәлдәр - тереләр өсөн

АЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫАЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫ
АЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫ

 

2005 йылдың 10 ноябрендә, райондың75 йылыҡ юбилейын билдәләр алдынан, Әтек ауылында исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес - Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәйевкә һәйкәл асылғайны.

Үткән шәмбелә, Республика көнөн билдәләрҙән алда, Әтек мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү саралары рамкаларында,   данлыҡлы батырыбыҙға яңыртып бюст ҡуйылды.

Бюст авторы  - Өфө дәүләт нефть -техник университетының архитектура -төҙөлөш институтының 4-се курс студенты,Иҫке Собханғол егете,киләсәген скульптура менән бәйләргә ниәтләнеүсе ижади ҡарашлы яҡташыбыҙ   -  Юлай Урал улы Вәлиев.

АЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫ
АЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫ
АЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫ
АЛДАР БАТЫРҒА БЮСТ ЯҢЫРТЫП ҠУЙЫЛДЫ
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас